Төп мәғлүмәткә күсеү

Шәхси мәғлүмәтте яҡлау сәйәсәте

Шәхси мәғлүмәтте яҡлау сәйәсәте

Йәһүә шаһиттары ойошмаһы кешенең Изге Яҙмала яҙылған принциптар менән билдәләнгән шәхси тормошҡа хоҡуғын хөрмәт итә. Беҙҙең ойошма асыҡ һәм намыҫлы аралашыу кәрәклеген таный, шундай аралашыу барышында шәхси мәғлүмәт йыйылырға мөмкин. Был Йәһүә шаһиттарының мәнфәғәттәрен алға ебәреүгә һәм йәмғиәткә файҙа килтергән дини эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Шуға күрә конфиденциаллек һаҡлау һәм мәғлүмәтте ышаныслы итеп яҡлауҙы тәьмин итеү кәрәклеге барлыҡҡа килә (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22; 25:9). Конфиденциаллек һаҡлау бик мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:19).

Ҡайһы бер илдәрҙә мәғлүмәтте яҡлау шәхси тормоштоң ҡағылғыһыҙлығы тураһындағы закон талабы булып тора. Йәһүә шаһиттары ойошмаһы конфиденциаллек сәйәсәтен закон талап итмәгән ваҡытта уҡ тотҡан һәм, мәғлүмәтте яҡлау буйынса саралар күреп, артабан да шулай эшләйәсәк.

Ҡайҙа ҡулланыла

Был сәйәсәт Йәһүә шаһиттары ойошмаһында ҡулланыла, һәм бөтә илдәрҙәге филиалдар шуның буйынса эш итә.

Мәғлүмәттәрҙе яҡлау

Йәһүә шаһиттары ойошмаһы бөтә шәхси мәғлүмәт менән түбәндәге принциптар буйынса эш итә:

  1. Шәхси мәғлүмәт намыҫлы һәм законлы рәүештә эшкәртелә.

  2. Шәхси мәғлүмәт Йәһүә шаһиттарының дини һәм йәмғиәт файҙаһына йүнәлтелгән эшмәкәрлеген алып барыу өсөн кәрәк саҡта ғына йыйыла, эшкәртелә һәм ҡулланыла.

  3. Шәхси мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килә һәм кәрәк саҡта яңыртыла. Әгәр ойошмаға мәғлүмәттә берәй хата ебәрелеүе билдәле булһа, хата тиҙ арала төҙәтеләсәк.

  4. Шәхси мәғлүмәт ойошманың законлы маҡсаттарына кәрәк булғансыға тиклем һаҡлана.

  5. Мәғлүмәт эйәләренең хоҡуҡтары тейешле рәүештә хөрмәт ителә.

  6. Шәхси мәғлүмәтте санкцияланмаған һәм легаль булмаған ҡулланыуҙан яҡлар өсөн, техник һәм ойошторолған саралар күрелә. Электрон шәхси мәғлүмәтте пароль менән яҡланған компьютер аша ғына алып була. Улар эш сәғәттәренән һуң бикләнгән һәм сит кешеләр инә алмаған офистарҙа тора.

  7. Шәхси мәғлүмәт, Йәһүә шаһиттары ойошмаһына йәмғиәт файҙаһына дини эшмәкәрлек алып барыу өсөн кәрәк булмаһа, башҡа филиалдарға ебәрелмәйәсәк. Өҫтәүенә был кешеләрҙең үҙҙәренең шәхси ҡарары буйынса Йәһүә шаһиты булырға хәл итеүе иҫәпкә алына.

Мәғлүмәт эйәләренең хоҡуҡтары

  1. Йәһүә шаһиттары тотҡан конфиденциаллек сәйәсәте буйынса, шәхси мәғлүмәт эйәһенең мәғлүмәтте яҡларға, шулай уҡ уны төҙәтергә һәм алып ташларға хоҡуғы бар.

  2. Был бүлектә яҙылған нәмәләргә инергә рөхсәт һораған кеше үҙе тураһында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш.

  3. Әгәр берәйһе үҙенең шәхси мәғлүмәтенә инергә йәки уны төҙәтергә йә үҙе тураһында берәй мәғлүмәтте алып ташларға рөхсәт һораһа, ойошма уның үтенесен ҡарап сығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, шәхси мәғлүмәткә инеү, уны төҙәтеү йәки алып ташлау дини ойошмала тыныслыҡты боҙмаһын һәм уға башҡа зыян килтермәһен өсөн, ойошманың мәнфәғәттәре һәм уны законлы хоҡуҡтары иҫәпкә алынасаҡ.

  4. Беҙҙең ойошмаға Йәһүә шаһиттары булыусылар тураһындағы мәғлүмәтте һаҡлау кәрәк. Ундай мәғлүмәтте алып ташлау ойошманың эшмәкәрлегенә һәм дини ҡараштарына кире йоғонто яһарға мөмкин.

Апелляцияға хоҡуҡ

Әгәр мәғлүмәт эйәһе үҙенең хоҡуҡтары боҙолған тип иҫәпләһә, ул хат аша филиал Комитетына мөрәжәғәт итә ала. Хат апелляция биреү мөмкинлеге күҙ уңында тотолған ваҡиғанан һуң ике аҙна эсендә ебәрелергә тейеш.