Төп мәғлүмәткә күсеү

Ҡулланыу шарттары

Ҡулланыу шарттары

Рәхим итегеҙ!

Беҙҙең сайт ярҙамында һеҙ Алла, Изге Яҙма һәм Йәһүә шаһиттары тураһында күберәк белә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәне уҡығыҙ, ҡарағыҙ һәм күсереп алығыҙ. Беҙ һәр бер кешенең сайт менән ҡулланыу мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ, ләкин һеҙҙән сайтыбыҙҙағы материалдарҙы башҡа сайттарға ҡуймауығыҙҙы һәм компьютер ҡушымталарында ҡулланмауығыҙҙы үтенәбеҙ. Әгәр ҙә ошо сайтта белгәндәрегеҙҙе башҡалар менән бүлешергә теләйһегеҙ икән, һеҙ шул кешеләрҙе түбәндә килтерелгән «Ҡулланыу шарттары»на ярашлы рәүештә сайтҡа йүнәлтә алаһығыҙ.

 Авторлыҡ хоҡуғы

© 2017 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania. Бөтә хоҡуҡтар һаҡлана.

Был сайт Watchtower Bible and Tract Society of New York, Inc. йәмғиәте (артабан «Күҙәтеү манараһы йәмғиәте») тарафынан булдырылған һәм тәьмин ителә. Әгәр ҙә башҡаса күрһәтелмәһә, сайттағы бөтә текст һәм бүтән мәғлүмәт Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania йәмғиәтенең интеллектуаль милке булып тора.

 Сауҙа маркалары

Adobe, Adobe логотибы, Acrobat һәм Acrobat логотибы — Adobe Systems Incorporated компанияһының сауҙа маркалары булып тора. Apple, iTunes һәм iPod — Apple Inc компанияһының сауҙа маркалары. Microsoft, Microsoft логотибы, шулай уҡ программа тәьминәте һәм Microsoft продукттары, шул иҫәптән Microsoft Office һәм Microsoft Office 365 — Microsoft Inc компанияһының сауҙа маркалары. Бөтә башҡа сауҙа маркалары һәм теркәлгән сауҙа маркалары тейешле хужаларҙың милке булып тора.

 «Ҡулланыу шарттары» һәм сайтты ҡулланыу хоҡуғы

Был «Ҡулланыу шарттары» ошо сайтты ҡулланыу ҡағиҙәләрен билдәләй. Ошо сайтты ҡулланып, һеҙ сайтта баҫтырылған «Ҡулланыу шарттары»н, шул иҫәптән «Ҡулланыуҙың өҫтәмә шарттарын» (бергә улар «Ҡулланыу шарттары»н тәшкил итә) тулыһынса ҡабул итеүегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ «Ҡулланыу шарттары» йәки уларҙың берәй өлөшө менән риза түгел икән, был сайтты ҡулланмағыҙ.

Тейешле ҡулланыу нимә аңлата? Түбәндә килтерелгән сикләүҙәрҙе тотоп, һеҙ ошоларҙы эшләй алаһығыҙ:

  • ошо сайттан коммерция маҡсатынан түгел, ә шәхси маҡсаттарҙа авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған иллюстрацияларҙы, электрон баҫмалар, музыка, фотографиялар, текст һәм видеоны ҡарау, күсереп алыу һәм баҫтырып сығарыу;

  • сайттан күсереп алып булған баҫмаларҙы, видео- һәм аудиоматериалдарҙың электрон күсермәләрен йәки уларға йүнәлткән һылтанмаларҙы башҡалар менән бүлешеү.

Ошолар тыйыла:

  • был сайттағы иллюстрацияларҙы, электрон баҫмаларҙы, сауҙа маркаларын, музыка, фотографияларҙы, видео һәм мәҡәләләрҙе интернетта (башҡа сайттарҙа, файл һәм видео уртаҡлашыу сервистарында йә социаль селтәрҙәрҙә) урынлаштырыу;

  • был сайттағы иллюстрацияларҙы, электрон баҫмаларҙы, сауҙа маркаларын, музыка, фотографияларҙы, текст һәм видеоны ниндәй ҙә булһа ғәмәли программа тәьминәте менән бергә йәки программа тәьминәтенең бер өлөшө итеп таратыу (шул иҫәптән ундай материалдарҙы ғәмәли программа тәьминәте тарафынан ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән серверға күсереп алыу);

  • был сайттағы иллюстрацияларҙы, электрон баҫмаларҙы, сауҙа маркаларын, музыка, фотографияларҙы, текст һәм видеоны коммерция йә табыш алыу маҡсатынан (хатта табыш алынмаһа ла) таратыу, уларҙың дубликатын, күсермәһен яһау йәки тағы нисек тә булһа ҡулланыу;

  • таратыу маҡсаты менән ошо сайттан мәғлүмәтте, HTML, рәсемдәр йәки тексты йыйыу, күсереп алыу, алыу йәки уларҙың күсермәһен яһау, шулай уҡ мәғлүмәтте комплекслы эҙләү, йыйыу һәм интеллектуаль рәүештә тикшереү өсөн махсус рәүештә әҙерләнгән ниндәй ҙә булһа компьютер ҡушымталары, программалар һәм ысулдар булдырыу (шул уҡ ваҡытта был сайттан электрон файлдарҙы — мәҫәлән, EPUB, PDF, MP3, MP4 форматындағы файлдарҙы күсереп алыу өсөн әҙерләнгән түләүһеҙ, коммерция менән бәйле булмаған ҡушымталарҙы таратыу тыйылмай);

  • был сайтты йәки уның функцияларын тейеш булмағанса ҡулланыу, мәҫәлән, сайттың эшенә ҡыҫылыу йәки сайтҡа һәм уның функцияларына «Ҡулланыу шарттары»нда әйтелгән ысулдарҙан тыш башҡа берәй юл менән инеү;

  • был сайтты уға зыян килтерерлек йә уға инергә ҡамасауларлыҡ йәки уның эшен боҙорлоҡ итеп ҡулланыу; был сайтты хоҡуҡтарын боҙоп, алдап йә зыян килтереп законһыҙ ҡулланыу йәки уны шундай маҡсаттар йә эшмәкәрлек өсөн ҡулланыу;

  • был сайтты йәки ундағы рәсемдәрҙе, электрон баҫмаларҙы, сауҙа маркаларын, музыка, фотоһүрәттәр, текст һәм видеоны маркетинг менән бәйле теләһә ҡайһы маҡсат өсөн ҡулланыу.

 Медицина бүлеге

Был сайттың медицина бүлегендә (артабан — «Медицина бүлеге») урынлаштырылған материалдар тик таныштырыу маҡсаттары өсөн генә тәғәйенләнгән, был бүлек консультация биреү, диагноз ҡуйыу һәм дауалау юлын билдәләү өсөн тәғәйенләнмәгән. «Медицина бүлеге» был сайтта әйтеп кителгән теге йәки был медицина тикшеренеүҙәрен, табиптарҙы, препараттарҙы, процедура, фекерҙәр һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе яҡламай һәм тәҡдим итмәй.

Әгәр һеҙҙең һаулыҡ торошо һәм дауаланыу тураһында һорауҙарығыҙ булһа, мотлаҡ табипҡа йәки медицина өлкәһендәге башҡа квалификациялы белгескә мөрәжәғәт итегеҙ.

Беҙ сайттың «Медицина бүлеге»ндә баҫтырылған мәғлүмәт дөрөҫ булһын һәм медицинаның һуңғы ҡаҙаныштарына тура килһен тип тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта «Медицина бүлеге»ндәге мәғлүмәт күренеп торған йә күҙ уңында тотолған ниндәй ҙә булһа гарантияларһыҙ, «НИСЕК БУЛҺА, ШУЛАЙ» бирелә. Сайт «Медицина бүлеге»нә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа күренеп торған йә күҙ уңында тотолған гарантиялар, шул иҫәптән (әммә улар менән генә сикләнмәйенсә) коммерция өсөн әһәмиәтлелегенә һәм билдәле бер маҡсаттарға яраҡлылығына гарантиялар бирмәй. Шулай уҡ сайт «Медицина бүлеге»ндәге һәр ҡайһы мәғлүмәттең ышаныслылығына, дөрөҫлөгөнә, файҙалылығына, тулылығына һәм ваҡытлы булыуына гарантия бирмәй. Сайт үҙ өҫтөнә ниндәй ҙә булһа бурыстар алмай һәм «Медицина бүлеге»ндәге материалдарҙың кәмселектәре һәм хаталары өсөн яуаплы түгел. «Медицина бүлеге»ндәге мәғлүмәткә ышанып ҡабул иткән ҡарарҙар менән бәйле бөтә ҡурҡыныс һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ята. Сайт бер ниндәй шарттарҙа ла килтерелгән зыян (шул иҫәптән осраҡлы йә ситләтелгән зыян, йәрәхәтләнеү, хоҡуҡҡа ҡаршы башҡарылған эштәр сәбәпле үлем, ҡулдан ысҡынған табыш, шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе юғалтыу йә бер аҙға эшмәкәрлекте туҡтатыу менән бәйле зыян) һәм «Медицина бүлеге»ндәге мәғлүмәтте ҡулланыуҙан йәки ҡуллана алмауҙан килеп сыҡҡан претензиялар өсөн (бындай претензиялар белдереү гарантияға, контрактҡа, деликтҡа йә башҡа берәй хоҡуҡ теорияһына нигеҙләнгәнме, юҡмы икәненә ҡарамҫтан һәм бындай зыяндың мөмкинлеге тураһында киҫәтеү булһа-булмаһа ла) яуаплы түгел.

 Гарантияларҙан баш тартыу һәм яуаплылыҡты сикләү

Был сайт, уның эстәлеге, бөтә мәғлүмәт, материалдар, сервистар Күҙәтеү манараһы йәмғиәте тарафынан «нисек булһа, шулай» бирелә. Күҙәтеү манараһы йәмғиәте асыҡ йәки күҙ уңында тотолған бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй.

Был сайтта вирустар йә башҡа зыянлы компоненттар булмауына Күҙәтеү манараһы йәмғиәте гарантия бирмәй. Күҙәтеү манараһы йәмғиәте был сайтта бирелгән теге йә был сервисты, мәғлүмәтте, материалдарҙы һәм башҡа эстәлеген ҡулланыу менән бәйле зыян өсөн, шул иҫәптән тура, ситләтелгән йә осраҡлы зыян, штраф һәм табыш юғалтыу кеүек зыян өсөн яуаплы түгел.

 «Ҡулланыу шарттары»н боҙоу

Әгәр һеҙ ошо «Ҡулланыу шарттары»н берәй нисек боҙһағыҙ (хатта Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең ошо «Ҡулланыу шарттары»нда әйтеп кителгән башҡа хоҡуҡтарына зыян килмәһә лә), Күҙәтеү манараһы йәмғиәте үҙе кәрәк тип һанаған саралар күрергә мөмкин, шул иҫәптән һеҙҙең был сайтҡа инеүегеҙҙе туҡтатып торорға йә бөтөнләй тыйырға, һеҙҙең IP-адресығыҙҙы ҡулланған компьютерҙарға сайтҡа инеүгә ҡамасауларға, һеҙҙең был сайтҡа инеүегеҙгә ҡамасаулауын һәм/йәки һеҙгә ҡаршы юридик саралар күреүен һорап, интернет-провайдерығыҙға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 Үҙгәрештәр индереү

Күҙәтеү манараһы йәмғиәте был «Ҡулланыу шарттары»н теләһә ниндәй ваҡытта үҙгәртә ала. Үҙгәртелгән «Ҡулланыу шарттары» был сайтҡа ҡуйылғандан һуң ҡулланыла башлаясаҡ. Зинһар, һуңғы версияны белер өсөн был битте даими ҡарап тороғоҙ.

 Ҡулланырлыҡ хоҡуҡ һәм юрисдикция

Был «Ҡулланыу шарттары» Нью-Йорк штатының (АҠШ) закондары буйынса көйләнә һәм аңлатыла, хоҡуҡ коллизияһы иҫәпкә алынмай. Был «Ҡулланыу шарттары»на бәйле һәр ҡайһы суд дәғүәләре менән юрисдикцияһы Нью-Йорк штатына (АҠШ) таралған судҡа (штаттың суды һәм федераль суд) мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 Бүленеүсәнлек

Әгәр тулы хоҡуҡлы суд ҡарары буйынса был «Ҡулланыу шарттары»ның ҡайһы бер ҡағиҙәләре әһәмиәтһеҙ, юридик яҡтан көсһөҙ һәм законһыҙ тип табылһа, башҡалары үҙ көсөндә ҡала. Әгәр Күҙәтеү манараһы йәмғиәте «Ҡулланыу шарттары»ның берәй ҡағиҙәһенең үтәлеүен тикшермәй икән, был шул ҡағиҙәнән һәм уның үтәлеүен талап итеү хоҡуғынан баш тартыуҙы аңлатмай һәм шулай аңлатылырға тейеш түгел.

 Үҙгәртелмәҫ тулы килешеү

Был «Ҡулланыу шарттары» Күҙәтеү манараһы йәмғиәте һәм һеҙҙең арала үҙгәртелмәҫ тулы килешеү булып тора.